Члены «Башкорта» предали башкирский народ – мнение поэтессы Ларисы Абдуллиной.
Ваҡыт үҙе маһир оҫта икән,
Иләүестән иләй бөтәһен.
Бөгөн килеп халҡын һатҡандарҙан
Иртәгәһен нимә көтәһең?
Ауыҙыңда ҡара ҡан булһа ла,
Төкөрмәҫлек булһын әҙәбең!
Башҡаларға ғибрәт булһын өсөн Т
ыуа ергә ҡай бер әҙәмең.
Бер көн килеп илен һатҡан бәндә
Ил-ер тиеп нисек һүҙ әйткән?!
Ғәмәлдәрен шайтан күҙәткән дә,
Әйткәндәрен шайтан төҙәткән!
Үҙе эскән һыуға төкөргән ул,
Арттан килеп бысаҡ терәне!
Өрөп сыҡҡан тик бер сәүек тиеп,
Һис бушамаҫ илдең күгәне.
Ул беренсе һатлыҡ түгел ерҙә,
Ни үкенес: түгел һуңғыһы!
Тарих белә: кемдәр ағыулаған
Ҡаһым кеүек милләт ағаһын!
Алаһы ла илдә тыуып тора,
Тыуып тора илдең ҡолаһы.
Нисек итеп Ер күтәрә икән
Уралына атҡан балаһын?
Лариса Абдуллина